2020 йылдың йәйенән башлап республика Мәғариф һәм фән министрлығының махсус реестрына индерелгән ойошмалар ғына ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнә һәм балаларҙы ҡабул итә ала. Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 ғинуарҙағы ултырышта ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.
Мәғариф министрлығы реестрына инеү өсөн ойошмалар ведомствоға балалар менән эшләү өсөн шарттар булыуы хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә бурыслы. Был мәғлүмәттәр мотлаҡ тикшерелә. Реестр 1 майға хәтлем төҙөлә. Балалар ялы инфраструктураһы тураһында тулы төшөнсә йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башланырҙан бер ай алда әҙер була, тип билдәләне республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Йәйге ял ойошмалары реестры элек тә булды, ләкин уның форматы бөтөнләй икенсе ине. Бары тик ойошмалар хаҡында бер аҙ мәғлүмәт бирелде, ә реестрға инеү эшмәкәрлек алып барыу өсөн мотлаҡ шарт һаналманы – рөхсәт документтары ғына талап ителде.
«Хәҙер башҡаса була. Реестрға инмәйенсә балаларҙы ҡабул иткән өсөн ошо эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә тиклем административ яуаплылыҡ ҡарала, — тине Константин Толкачев. — Балаларҙың йәйге ялы өлкәһен рәткә һалырға һәм ҡаты контролдә тоторға кәрәк. Июлдә Хабаровск крайында теркәлгән фажиғә онотолмаған. Унда палаткалы лагерҙа сыҡҡан янғында балаларҙың ғүмере өҙөлдө. Йәй башында Башҡортостанда ла ғәҙәттән тыш хәл булды: Бөрө районында нығытылмаған флагшток үҫмерҙең үлеменә килтерҙе. Закон осраҡлылыҡ факторын һәм енәйәтсел иғтибарһыҙлыҡты кәметергә тейеш».
Балаларҙың йәйге ялы ойошмалары реестрын асыҡтан-асыҡ ҡарау мөмкинлеге булдырыла.