Все новости
Новости
18 Января 2020, 14:00

Һин ҡайҙа, ҡыш?

Яңы йылдың тәүге айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора. Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары.

Яңы йылдың тәүге айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора.
Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары. Уҙған көндәрҙә республикала епшек ҡар яуҙы, ул боҙло ямғыр менән алмашынды. Көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы плюс билдәһенә күтәрелде, ҡар ирей, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 ғинуарҙан атмосфера баҫымы күтәрелә башлай. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә. 18 һәм 19 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -10,-15 градус була, көндөҙ 0,-5 градус көтөлә.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус була. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем.
Читайте нас: