Все новости
Новости
17 Января 2020, 18:07

«Инцидент-менеждмент» бәүелсәкте төҙөкләндерергә ярҙам итте

Өфө ҡалаһы, Максим Горький, 68 урамы буйынса урынлашҡан балалар майҙансығында бәүелсәк ватылып, ошо арҡала кескәйҙәргә хәүеф янағаны хаҡында битараф булмаған ир социаль селтәрҙә яҙа. Башҡортостан Башлығына төбәлгән яҙмала ҡоролманың икенсе йыл инде төҙөк булмағаны, балаларҙың хатта бәрелгән ваҡыттары ла күҙәтелгәне тураһында әйтелә. Мөрәжәғәтте «Инцидент-менеждмент» системаһы «тотоп» ала.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре Дмитрий Черенков белдергәнсә, «Радий Фәрит улының сәхифәһенә Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы халҡы мөрәжәғәт итте. Был инцидент хаҡында район хакимиәтенә хәбәр ителде. Идарасы компания бер нисә көн эсендә бәүелсәктәрҙе йүнәтеп ҡуйҙы».
Читайте нас: