30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республика парламенты депутаттары байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһындағы урындағы законға йыл һайын 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы көнөн билдәләү хаҡында төҙәтмә индерергә ниәтләй.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проектын әҙерләү барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн иҫтәлекле дата ғына түгел, ә байрам көнө итергә тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Ләкин республикала былай ҙа Рәсәйгә ҡарағанда өс ял көнөнә күберәк – Ҡорбан, Ураҙа байрамдары һәм Республика көнө. Шуға күрә Башҡорт атлы дивизияһы көнөн иҫтәлекле көн тип билдәләргә хәл ителде. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө лә ошондай уҡ статусҡа эйә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөтәһе алты иҫтәлекле көн бар. Яңыһы менән улар етәү була. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы хәтерен мәңгеләштереү датаһы осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
Дивизияның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 78-е — Советтар Союзы Геройҙары, ә бишәүһе — Дан орденының тулы кавалерҙары.
2019 йылда дивизияның беренсе командиры хөрмәтенә республикала генерал Шайморатов ордены булдырылды. Уҙған йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон ҡабул итте.