Все новости
Новости
14 Января 2020, 16:44

Иглин ауылында яңы мәктәп асылды

13 ғинуарҙа Иглин ауылында 640 урынға иҫәпләнгән 5-се һанлы яңы урта мәктәп асылды. Белем биреү усағы 160 урынлыҡ «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм әлеге көндә тораҡ пунктында иң ҙур мәктәптәрҙең береһе булып тора. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

13 ғинуарҙа Иглин ауылында 640 урынға иҫәпләнгән 5-се һанлы яңы урта мәктәп асылды. Белем биреү усағы 160 урынлыҡ «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм әлеге көндә тораҡ пунктында иң ҙур мәктәптәрҙең береһе булып тора.
Объект «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһына ингән. Уның төҙөлөшө шулай уҡ Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырылған «Демография» милли проекты сиктәрендә барҙы. Финанслауҙың дөйөм күләме 370 млн һум.
Читайте нас: