Ватандаш
-2 °С
Снег
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
13 Января 2020, 13:45
Әсәлек капиталы күпмегә артты?
Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды.
Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем арттырылды. Былтырғы менән сағыштырғанда уның суммаһы 13,6 мең һумға йәки 3% артты. Индексация уҙған йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, улар бөтәһе – 3,4 миллион ғаилә. Бөгөн ғаиләләр әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү, төҙөлгән торлаҡҡа сығымдарҙы ҡаплау, балаларҙы уҡытыу – балалар баҡсаһы, мәктәп йәки вуз хеҙмәттәре өсөн түләү, икенсе балаһы 2018 йылдан һуң тыуған түбән килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ түләүҙәр алыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, әсәнең пенсияһын арттырыу – әсәлек капиталы аҡсаһын пенсия тупланмаларын формалаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...