Все новости
Новости
13 Января 2020, 20:05

РЕСПУБЛИКАЛА ВЕРТОЛЕТ МАЙҘАНСЫҠТАРЫ БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

Республика перинаталь үҙәге территорияһында эшләп килгән вертолет майҙансығына санитар авиация өсөн өҫтәмә рәүештә тағы ла һигеҙ вертолет майҙансығы булдырыласаҡ

Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы барлыҡҡа киләсәк. Яңы майҙансыҡтарҙы Нефтекама, Асҡын, Баймаҡ (Сибай), Стәрлетамаҡ, Белорет, Өфө ҡалаларында, Мәсәғүт ҡасабаһында асыу күҙаллана. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул республикалағы демография хәле 10 айҙа үлем осраҡтарының кәмеүе менән характерланыуын билдәләп үтте. Башкортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, күрһәткес 12 процентҡа кәмегән. Ошо айҡанлы, 2019 йылда дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе финанслау 28 проценттан артҡан. Был маҡсатҡа бюджеттан 390 млн һум аҡса бүленгән. Медицинаға эшкә яңы кадрҙар килгән, табиптар һәм фельдшерҙар һаны 453-кә артҡан. Республика райондарында балалар поликлиникалары асылды, республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөлә.
Читайте нас: