10 ғинуарҙа Туймазы үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһы сафҡа инде.
Балалар поликлиникаһы Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бөгөндән башлап ул беренсе бәләкәй пациенттарын ҡабул итте.
5,5 мең кв.метрлы майҙандағы өс ҡатлы балалар поликлиникаһы бинаһы сменаға 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш хаҡы 336 млн. һум тәшкил итә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан ике йәш ғаиләгә хеҙмәт урынынан фатир асҡыстары тапшырылды.