Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" милли программаһына ярашлы, төбәктәр араһында һаулыҡ һаҡлау объекттарына бирелгән аҡсаның адреслы бүленешен раҫланы. Диспансерҙың хирургия корпусын төҙөүгә аҡса федераль бюджеттан бүленә, тип хәбәр итә Республика клиник дауаханаһы. Бында төҙөлөш 2017 йылдың сентябрендә республика хакимиәте заказы буйынса башланғайны. Яңы корпус быйыл тәүге ярты йыллыҡта файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Объекттың дөйөм хаҡы - яҡынса 1,65 миллиард һум, шуның 781 миллион һумы - төҙөлөш-монтаж эштәренә, 741,7 миллион һумы йыһаздар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.