Все новости
Новости
9 Января 2020, 18:05

Cпорт объекттары өсөн 12 төбәккә – 11 миллиард һум аҡса

2020-2021 йылдарҙа Рәсәйҙә спорт объекттары төҙөү һәм булғандарын яңыртыу өсөн 12 төбәккә федераль бюджеттан 11 миллиард һум аҡса бүленә.

Был турала РФ Министрҙар Кабинетының рәсми сайтында яҙылған. Документҡа ярашлы, 2020 йылда төбәк бюджетына 7,9 миллиард һум һәм 2021 йылда 3,2 миллиард һум күсерелә. “Спортты һәм физик культураны үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса Новосибирскиҙа күп функциялы боҙ аренаһы төҙөүгә быйыл – 1,4 миллиард һум, киләһе йылда 1,75 миллиард һум аҡса күсереләсәк. Шулай уҡ Новосибирскиҙа төбәк волейбол үҙәге төҙөүгә 550 миллион һум тотоноласаҡ. Белгородта Cпорт аренаһы, Улан-Удэла хоккей буйынса төбәк үҙәге, Краснодарҙа күп функциялы спорт комплексы, Ивановола, Калугала һәм Һамарҙа спорт һарайҙары төҙөү планлаштырыла. Был ҙур төҙөлөштәр федераль бюджеттанфинанслана. Һарытау ҡалаһында һыуҙағы спорт төрө һарайын төҙөүҙең тәүге этабына 591 миллион һум аҡса күсерелгән дә инде.
Читайте нас: