Все новости
Новости
8 Января 2020, 21:22

Рәсәйҙә 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Хәтер һәм дан йылы башланды

Рәсәйҙә 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Хәтер һәм дан йылы башланды. 2020 йылда 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы үткәреү хаҡындағы указға илебеҙ президенты Владимир Путин 2019 йылдың июлендә ҡул ҡуйҙы. Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрамға әҙерлек һәм үткәреү буйынса саралар планына ярашлы, бөтә ветерандар ҙа «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнәсәк. Документҡа барлығы 116 сара ингән, улар араһында 9 майҙа үтәсәк Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парад, Рәсәй Президенты исеменән тантаналы ҡабул итеү һәм Ҡыҙыл майҙандағы фейерверклы байрам концерты ла бар.

Рәсәйҙә 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Хәтер һәм дан йылы башланды. 2020 йылда 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы үткәреү хаҡындағы указға илебеҙ президенты Владимир Путин 2019 йылдың июлендә ҡул ҡуйҙы.
Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрамға әҙерлек һәм үткәреү буйынса саралар планына ярашлы, бөтә ветерандар ҙа «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнәсәк. Документҡа барлығы 116 сара ингән, улар араһында 9 майҙа үтәсәк Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парад, Рәсәй Президенты исеменән тантаналы ҡабул итеү һәм Ҡыҙыл майҙандағы фейерверклы байрам концерты ла бар.
Читайте нас: