Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында үтәсәк.
Федерация Советында һәм Дәүләт Думаһындағы РФ Президенты вәкилдәренә ике палатаның да вәкилдәрен 2020 йылдың 15 ғинуарында Мәскәү ваҡыты буйынса 12:00 сәғәттә «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында йыйырға ҡушылған.
Президент хакимиәтенә, үҙ сиратында РФ Хөкүмәте ағзаларын, Рәсәйҙең Конституцион һәм Юғары суд рәйестәрен һәм ағзаларын, РФ генераль прокурорын һәм Тәфтиш комитеты рәйесен, шулай уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Иҫәп палатаһы рәйестәрен саҡырырға ҡушылған. Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәгә шулай уҡ РФ Дәүләт Советы ағзалары һәм төп конфессияларҙың башлыҡтары саҡырылған.
ВГТРК компанияһына теле-радио трансляцияһын ойоштороу йөкмәтелгән.