Все новости
Новости
25 Декабря 2019, 11:10

Өфөнән Ереванға тура рейс асыла

2020 йылдың 30 мартында Өфөнән Ереванға тура рейс асыласаҡ.

2020 йылдың 30 мартында Өфөнән Ереванға тура рейс асыла. Осоштарҙы «Азимут» авиакомпанияһы башҡара. Самолет Өфөнән дүшәмбе урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7 тула 20 минутта юлға сыға.
2 апрелдән икенсе рейс асыласаҡ. Осоштар кесаҙна көндәрендә урындағы ваҡыт менән киске 8 тула 25 минутта башҡарыла. Өфөнән Ереванға тиклем араны үтеү өсөн 2 сәғәт 50 минут кәрәк.
«Азимут» — «Платов» аэропортының төп авиакомпанияһы. Паркта — SSJ-100 «Сухой Суперджет 100» һауа суднолары.
Читайте нас: