Все новости
Новости
18 Декабря 2019, 12:05

Инсульт кисергәндәр 2020 йылдан бушлай дарыуҙар ала башлаясаҡ

Рәсәйҙә 2020 йылдан инфаркт, инсульт кисергән һәм йөрәгенә операция яһатҡан пациенттар бушлай дарыуҙар ала башлаясаҡ.

Рәсәйҙә 2020 йылдан инфаркт, инсульт кисергән һәм йөрәгенә операция яһатҡан пациенттар бушлай дарыуҙар ала башлаясаҡ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдерҙе.
2020 йылдан алып киҫкен ҡан тамырҙары сирҙәре — кискен коронар синдромы, киҫкен миокард инфаркты, баш мейеһе ҡан әйләнеше һәм инсульттар, шулай уҡ йөрәгенә һәм ҡан тамырҙарына операциялар кисергән ауырыуҙар түләүһеҙ дарыуҙар менән тәьмин ителә», — тине Вероника Скворцова Закон сығарыусылар советында.
Рәсәйҙә йәшәүселәр бушлай дарыуҙарҙы сир башланғандан алып ике йыл дауамында алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Читайте нас: