Все новости
Новости
17 Декабря 2019, 13:50

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?

Көндәр һыуытыу менән йүтәлдән яфаланыусылар артты. “Әллә ниндәй йүткерек булды ул – бөтмәй ҙә, китмәй ҙә”, – тиеүселәр етерлек. Шуны иҫтә тотоп, һеҙҙең иғтибарға йүтәлдән ҡотолоуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Көндәр һыуытыу менән йүтәлдән яфаланыусылар артты. “Әллә ниндәй йүткерек булды ул – бөтмәй ҙә, китмәй ҙә”, – тиеүселәр етерлек. Шуны иҫтә тотоп, һеҙҙең иғтибарға йүтәлдән ҡотолоуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.
- 1 стакан һөт ҡайнатырға. Шунан уға 1 аш ҡалағы аҡ май (һыйыр майы) һәм 1 ҡалаҡ бал һалырға кәрәк. Айырым һауытта йомортҡа һарыһына бал ҡалаҡтың осонда ғына сода алып һалырға һәм яҡшылап болғатырға. Артабан ике ҡатнашманы бергә ҡушырға кәрәк була. Әлбиттә, бик тәмле ҡатнашма килеп сыҡмаҫ, әммә файҙаһы ҙур.
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
- Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, эсегеҙ.
- Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.
- 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк.
Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсегеҙ. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була.
Читайте нас: