Все новости
Новости
16 Декабря 2019, 19:15

Законһыҙ хәмер һаталармы? Хәбәр итегеҙ!

Башҡортостанда йәшәүселәр «Хәүефһеҙ мөхит» порталында хәмерҙе законһыҙ һатыу урындары хаҡында хәбәр итә ала.

Башҡортостанда йәшәүселәр «Хәүефһеҙ мөхит» порталында хәмерҙе законһыҙ һатыу урындары хаҡында хәбәр итә ала.
Бының өсөн мөрәжәғәт формаһын тултырырға һәм республика картаһында аныҡ нөктәне билдәләргә кәрәк. Шунан һуң мөрәжәғәтте Башҡортостанда алкоголгә ҡаршы кампанияға яуап биргән власть органдары вәкилдәре ҡарай.
«Хәүефһеҙ мөхит» сайты йыл башында «Асыҡ Республика» проекты сиктәрендә әҙерләнде. Уның төп бурысы – Башҡортостан халҡына район, ҡала, тотош республика тормошондағы аныҡ проблемаларға күрһәтеү мөмкинлеге биреү.
2019 йылдың яҙында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, ялған алкоголь һатыуҙы «халыҡҡа ҡарата геноцид» тип атап, бутлегерҙарға ҡаршы көрәш иғлан иткәйне. «Беҙ ошо әшәкелек менән күптән көрәшәбеҙ. Ләкин элек был көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитеттар, башҡа ведомстволар һәм ойошмалар һәр береһе айырым эш алып бара ине. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙың тәжрибәһен ҡарағас, әлеге көрәштә иң мөһименең булмауын аңланым. Әгәр кешеләр булды һәм урындағы бутлегерҙарға «юҡ!» тип әйтергә ваҡыт еткәнен аңламай икән, бер нәмә лә килеп сыҡмай, — тип яҙҙы Радий Хәбиров апрелдә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Халыҡ был саҡырыуҙы ғына көткән кеүек. Хәҙер тотош республикала сходтар бара, улар власҡа үлем менән һатыу итеүселәрҙең адресын әйтә һәм ауылдарҙы уларҙан таҙартыуҙы талап итә. Был видеоны миңә яҡташтарым ебәргән. Ләкин уларға ғына түгел, ә ошондай сходтар үткәргән һәм һатыусыларҙың адресын әйткәндәрҙең һәммәһенә лә уларҙы власть ишеткәнме, юҡмы икәнен шәхсән контролдә торорға вәғәҙә бирәм».
Май аҙағында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерҙе. Магазиндарҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем (элек киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине) иҫерткес эсемлектәр һатырға ярамай.
Бынан тыш, Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм һабантуй уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу тыйылды.
Хәҙер 3 ғинуарҙа республикала алкоголь һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында ҡарала. 4-6 ғинуарҙа хәмерҙе урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатырға тәҡдим ителә.
Читайте нас: