Все новости
Новости
16 Декабря 2019, 18:45

Республикала йәшәүселәрҙең яртыһы тиерлек киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән

Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә. 13 декабрҙә халыҡтың 46,6 процентына грипҡа ҡаршы прививка эшләнгән.

Башҡортостан биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә, грипп теркәлмәй. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк, тип хәбәр итәләр республика буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә. 13 декабрҙә халыҡтың 46,6 процентына грипҡа ҡаршы прививка эшләнгән: 1 888 616 кеше, шуларҙың 1741,9 меңе – өлкәндәр, 372 меңе – балалар. Шул иҫәптән 146644 кеше өҫтәмә аҡса иҫәбенә прививка яһатҡан.
Читайте нас: