Все новости
Новости
13 Декабря 2019, 01:45

Өфөлә этнотуризм буйынса форум бара

Өфөлә этнотуризм буйынса тәүге Халыҡ-ара форум эш башланы. Ул 14 декабргә тиклем дауам итә. “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан, Рәсәй, Польша, Австрия, Швеция, Молдованан туристик индустрия белгестәре йыйылды. Улар был өлкәләге ҡатмарлылыҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алыша.

Форум теләгән һәр кеше өсөн асыҡ. Баш ҡалала йәшәүселәр, шулай уҡ ҡунаҡтар Башҡортостандың уникаль туристик мөмкинлектәре күргәҙмәһен килеп ҡарай ала. Оҙайлы ялдарын республикала үткәрергә теләгәндәр ҡайҙа, нисек ял итеү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Күргәҙмәлә хатта башҡорт милли аштарын татып ҡарарға ла була. Баш ҡалала Яңы йыл байрамы ялдарында ниндәй ҡыҙыҡлы ял саралары көтөлә, нимә ул “ТерраҠыш” фестивале – барыһы хаҡында форум ваҡытында хәбәрҙар булырға мөмкин.
(Фотоһүрәт асыҡ интернет-сығанаҡтарҙан алынды)
Читайте нас: