Все новости
Новости
11 Декабря 2019, 17:05

Республикала йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың өсөнсө кварталына халыҡтың йән башына 9567 һум күләмендә йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың өсөнсө кварталына халыҡтың йән башына 9567 һум күләмендә йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.
«Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнгән: 10 186 һум — эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7801 һум — пенсионерҙар өсөн һәм 9548 һум — балалар өсөн», – тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын билдәләнә.
Йәшәү минимумы — ҡулланыусылар кәрзине хаҡы. Ул кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең минималь йыйылмаһын күҙ уңында тота. Айлыҡ түләүҙәр һәм йыйымдар ҙа йәшәү минимумына инә.
Читайте нас: