Республикала ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажға ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлай. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум түләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында уҙған күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә тиҙ ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыуыраҡ буласағын белдерҙе.
Өфө станцияһының баш табибы урынбаҫары Александр Степанов әйтеүенсә, тәүлегенә баш ҡалала ғына 3000-дән ашыу шылтыратыу ҡабул итәләр, ә йылына Башҡортостан буйынса 4 миллиондан күберәк саҡырыу теркәлә.
Әле бында 03 телефоны буйынса барлыҡ шылтыратыуҙарҙы үҙенә алған берҙәм мәғлүмәт диспетчер хеҙмәтен ойоштороу эше бара. Мәғлүмәт таблоһында һәм махсус картала бөгөн үк ашығыс ярҙам автомобилдәренең бөтә маршруттарын күҙәтергә мөмкин, диспетчерҙар пациенттарҙың маршруттарын билдәләй. Стәрлетамаҡта ла тағы бер ошондай резерв үҙәк булдырыласаҡ.