Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Һөйләшеү барышында төрлө халыҡ-ара һорауҙар ҡаралды. 9 декабргә планлаштырылған «норманд форматында»ғы саммитҡа әҙерлек контексында Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы хәл буйынса фекер алышыу булды.
Илдең социаль-иҡтисади үҫешенең ағымдағы һорауҙары буйынса һөйләшеү үтте.