Все новости
Новости
26 Ноября 2019, 10:50

Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрә башланылар

Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрә башланылар.Ул – «Беренсе республика» трилогияһының өсөнсө фильмы.

Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрә башланылар.Ул – «Беренсе республика» трилогияһының өсөнсө фильмы.
Режиссер Булат Йосоповтың яңы эше сағыу ғүмер кисергән һәм туған телендә ижад итеү хоҡуғын яҡлаған өсөн эҙәрлекләүгә дусар булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа бағышланған.
Фильмда шағирҙың 1941 йылдан алып 1977 йылға тиклемге тормош һәм ижад юлы сағылдырыла. Уны шағир йөрөгән урындарҙа — Өфөлә, Салауат районында, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Үзбәкстанда төшөрөү күҙаллана. Рәми Ғарипов ролен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев башҡара. Фильмды Мәскәү операторы Станислав Амбарцумов төшөрә.
Фильмдың бюджеты 23,3 миллион һум булыр тип көтөлә. 20 сентябрҙә төшөрөү өсөн халыҡтан аҡса йыйыу иғлан ителде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының юбилейында 43 мең һумдан ашыу йыйылды. Дөйөм сумма — 150 мең һумдан ашыуыраҡ, тип хәбәр итте фильмдың продюсеры Леонид Филинов.
Ижади төркөм: сценаристар — Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар — Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар — Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова.
Премьера 2020 йылдың октябренә билдәләнгән. Проект тураһында бөтә яңылыҡтар #РәмиКөндәлеге хештегы менән һалына.
Читайте нас: