Все новости
Новости
22 Ноября 2019, 10:05

Владимир Путин медицина справкаларының хаҡы артыуына бәйле хәбәрҙәргә ҡарашын белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин ЮХХДИ өсөн медицина справкаларының хаҡы артыуына бәйле хәбәрҙәргә, минималь эш хаҡы 11 мең алған кешеләргә бындай аҡсаларҙы сығарыу ҡулайлы түгел, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ЮХХДИ өсөн медицина справкаларының хаҡы артыуына бәйле хәбәрҙәргә, минималь эш хаҡы 11 мең алған кешеләргә бындай аҡсаларҙы сығарыу ҡулайлы түгел, тип белдерҙе.
«Мин был хаҡта үҙем киң мәғлүмәт саралары аша белдем. Беҙҙә минималь эш хаҡы – минималь эш хаҡы күләме – 11 280 һум, бындай сумманы 3 млн 200 мең кеше ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына эш биреүселәр ҙә законды боҙоп кәмерәк түләй... Справка өсөн 5 мең кәрәк икән, тимәк кешегә ярты эш хаҡын сығарып бирергә? Һәм бөтә инстанцияларҙы үтеп, килешеү алырға. Хеҙмәт министрлығы бының нимә икәнен ҡарарға тейеш ине», – тине Путин.
Уның һүҙҙәренсә, өҫтәмә медицина тикшеренеүҙәре үткәреү кәрәк. «Уны аҡыл менән, этаплап индерергә кәрәк», – тип билдәләне ил башлығы.
Читайте нас: