Все новости
Новости
21 Ноября 2019, 10:25

Владимир Путин халыҡтың эш хаҡы үҫеүенә ҡарамаҫтан, уларҙың реаль килеме артмауы хаҡында әйтте

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡтың эш хаҡы үҫеүенә ҡарамаҫтан, уларҙың реаль килеме артмауы хаҡында әйтте. Был турала ил башлығы 20 ноябрҙә үткән “Рәсәй саҡыра!” инвестицион форумында сығыш яһағанда еткерҙе.

Владимир Путин әйтеүенсә, был хәлде тиҙ арала үҙгәртергә кәрәк. “Һис шикһеҙ, был хәлде үҙгәртергә кәрәк, был хөкүмәттең иң мөһим эш йүнәлеше. Һәм һөҙөмтәләр бында әлегә ҙур түгел”, – тине Президент.
Ул хөкүмәт алдында тейешле мәсьәләләр ҡуйылыуы хаҡында билдәләне. Шулай уҡ министрҙар кабинетына сифатлы яңы эш урындарын булдырырға, предприятиеларға һалыуҙарҙы үҫтерергә һәм дөйөм илдең иҡтисадының динамикалы үҫешенә өлгәшергә ҡушты.
Читайте нас: