“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 2019 йылдың 28 октябренән 12 декабргә тиклем Һарытау һәм Һамар өлкәләренән килгән уҡытыусылар Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса курстарҙа белем ала.
Мәғарифты үҫтереү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡытыусылары, филология фәндәре кандидаттары, доценттар Эльвира Рәхимова, Әхәт Илмөхәмәтов, Луиза Кирәева, Илшат Янбаев һ.б. алып барған башҡорт теленең грамматикаһы, башҡорт әҙәбиәте тарихы, башҡорт халыҡ ижады, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы, педагогика кеүек фәндәрҙән лекциялар һәм практик дәрестәр төрлө саралар менән аралашып бара. Уҡытыусылар Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына ярашлы оҫталыҡ дәрестәрендә алдынғы педагогтарҙың эш тәжрибәләре менән танышҡан, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә йөкмәткеле экскурсияларҙа булған, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренең ун томлыҡ йыйынтығының исем туйында ҡатнашҡан, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре Мәрйәм Бураҡаева, Рәйсә Күзбәкова, Урал Мортазин, Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин менән түңәрәк өҫтәл артында фекер алышҡан. Шулай уҡ «Ҙур этнографик диктант»та ҡатнашыу, «Рәсәй − минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙағы яңы алымдар, интернет-ресурстар буйынса дәрестәр ҙә күрше өлкәләрҙән килгән уҡытыусылар өсөн бик фәһемле, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары менән осрашыу, төрлө мәҙәни саралар, баш ҡаланың театрҙарына сәфәрҙәр рухи-мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.