Инорс биҫтәһенең Т.Йәнәби бульварындағы бассейнды яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тип талап итте Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров. 13 ноябрҙә ул эш сәфәре менән Өфөнөң сәнәғәт һәм социаль объекттарында булды. Бассейн «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» проекты сиктәрендә төҙөлә. 2017 йылдың декабрендә башланған эштәр ағымдағы йылдың аҙағына тамамланырға тейеш.
Бассейн өс ҡатлы, инженер ҡорамалдары менән техник этаж да иҫәпкә алына. Беренсе ҡатта – бассейн, вестибюль, гардероб, табип бүлмәһе, административ бүлмәләр, тренерҙар кабинеты, хеҙмәткәрҙәр, кейенеү, душ инеү бүлмәләре, лаборатория, ә икенсеһендә холл, 100 урынлыҡ бассейн трибуналары, фитнес-үҙәк була.