Башҡортостанда «Торатау» геопаркы йылына 500 мең кешене ҡабул итергә тейеш. Ике йылда был һан миллионға етер, тип фаразлана. 13 ноябрҙә Өфөлә уҙған «Торатау. Хәҙергегә инвестициялар» түңәрәк өҫтәлендә ошондай прогноздар яңғыраны.
«Түңәрәк өҫтәл район хакимиәттәренең, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, инвестор вәкилдәренең осрашыу урыны булды. Башҡортостан үҙенең матур тәбиғәте менән дан тота. Әлеге ваҡытта 128 туристик маршрут әҙерләнгән. Улар янында туринфраструктура ойошторорға, урынлашыу, туҡланыу объекттарын тәьмин итергә кәрәк һәм шунан һуң геопарк эшләй башлар», — тип хәбәр итте «Торатау» геопаркын булдырыу һәм үҫтереү буйынса проект етәксеһе Наталья Лукашина.
Әлеге ваҡытта геопарк биләмәһендә туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ селтәре эшләй.
Геопаркта эшләүгә йәлеп итеү күҙалланған эшҡыуарҙар һаны тураһында һөйләгәндә, Наталья Лукашина барыһы ла инвесторҙарҙың теләгенә бәйле булыуын билдәләне. Хәҙер 50 эшҡыуар менән хеҙмәттәшлек алып барыла.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, «Торатау» геопаркы эшләй башлаһын өсөн юл картаһының 60 пунктын ғәмәлгә ашырырға кәрәк, быға ике йыл ҡаралған.
Әлеге ваҡытта геопарк сиктәре тулыһынса билдәләнмәгән. Торатау геопаркының майҙаны 4362 квадрат километр тәшкил итә. Унда ете төп локация — Красноусол, Еҙем, Торатау, Маҡар, Верхотор, Йөрәктау, Хажы.
«Туристарҙың эске ағымын үҫтереү зарур. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Шүлгәнташҡа һәм Торатауға барып ҡайтырға тейеш тигән маҡсат ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең туристар — 1000 километрға тиклем радиуста йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Беҙгә Калининградтан йәки Белгородтан килмәйҙәр, Владивостоктан да Башҡортостанға туристар юҡ. Беҙгә Ырымбурҙан, Ҡазандан, Екатеринбургтан, Силәбенән киләләр. Ошо ағым менән эшләргә кәрәк», — тип иҫәпләй Салауат Нафиҡов.