Все новости
Новости
13 Ноября 2019, 11:54

Пенсионерҙарға туристик юлламаларға түләү өсөн сертификаттар бирелә

Бөгөндән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары юлламалар менән сираттан тыш тәьмин ителә. 

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы кешене юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана. Республикала йәшәгән һәм пенсияһына социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың сертификат алыуға хоҡуғы бар.
Эксперт советы Башҡортостан һәм Рәсәй маршруттары буйлап пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 131 тур һайлап алған. Социаль турҙар исемлеге менән Социаль туризм порталында танышырға мөмкин.
Сертификаттар Башҡортостан Республикаһы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм уның филиалдарында бирелә.
Читайте нас: