Все новости
Новости
11 Ноября 2019, 11:17

Ҡайын япрағы – Рәсәй картаһында Башҡортостан символы

Симферополдә «Ҡырым ваҡыты» арт-объекты — Рәсәй картаһы рәүешендә металдан художестволы композиция барлыҡҡа килде. Картала Башҡортостан да бар. Республикабыҙҙы кәрәҙле бал, милли тирмә, ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырынан өҙөк символлаштыра.

Симферополдә «Ҡырым ваҡыты» арт-объекты — Рәсәй картаһы рәүешендә металдан художестволы композиция барлыҡҡа килде.
Картала Башҡортостан да бар. Республикабыҙҙы кәрәҙле бал, милли тирмә, ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырынан өҙөк символлаштыра.
Картаның ҙурлығы — 10х4 метр, ауырлығы — 15 тонна. Яңы арт-объектты йыл буйына тотош илдән 300-гә яҡын тимерсе эшләгән. Һәр береһе Ҡырымға композиция өсөн үҙ фрагментын һәм төбәктәренең сүкеп яһалған символдарын алып килгән. Картала Мәскәүҙе — Кремль, Санкт-Петербургты карап символлаштыра.
Карта эшләү башланғысын Ҡырым Республикаһы хөкүмәте һәм Санкт-Петербург хакимиәте булышлығында Тимерселәрҙең ижади союзы, Санкт-Петербургтың һәм Төньяҡ-Көнбайыш төбәктең Тимерселәр һәм металл буйынса рәссамдар гильдияһы индергән.
Читайте нас: