Все новости
Новости
7 Ноября 2019, 18:38

Бәләбәйҙә – тәүге һөт автоматы

Бәләбәйҙә тәүлек әйләнәһенә эшләгән һөт автоматы барлыҡҡа килде. Был – фермерҙар етештергән һөттө һатыу өсөн тәүге автомат. Һөт автоматының эсендә 100 литрға иҫәпләнгән махсус картридж бар.

Бәләбәйҙә тәүлек әйләнәһенә эшләгән һөт автоматы барлыҡҡа килде. Был – фермерҙар етештергән һөттө һатыу өсөн тәүге автомат.
һөттөң бер литры 35 һум тора. Пластик һауытты үҙең менән алып килергә йәки күрше киоскта һатып алырға кәрәк. Һөт автоматының эсендә 100 литрға иҫәпләнгән махсус картридж бар.
Система 4 градуслыҡ температураны даими тота һәм һөттө тапшырған һайын автоматик рәүештә йыуыла.
Картридж көн дә алмаштырыла. Тәүлек эсендә һатылмаған продукция кире алына.
Киләһе йылда Бәләбәй районы фермерҙары Бәләбәйҙә кәмендә тағы бер һөт автоматы ҡуйырға ниәтләй.
Читайте нас: