Все новости
Новости
6 Ноября 2019, 11:48

IQБалаБаш – балалар өсөн мобиль ҡушымта

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды смартфондар өсөн ҡушымталар эшкәртеүсе белгестәр менән эш алып бара. Тиҙҙән аndroid һәм ios өсөн донъя күрәсәк мобиль ҡушымта - IQБалаБаш. Тирә -яҡ мөхитте бәләкәстәр уйын формаһында ошо ҡушымта аша өйрәнә аласаҡ. Шулай уҡ ҡушымта аша башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинселеге лә бар.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды смартфондар өсөн ҡушымталар эшкәртеүсе белгестәр менән эш алып бара. Тиҙҙән аndroid һәм ios өсөн донъя күрәсәк мобиль ҡушымта - IQБалаБаш.
Тирә -яҡ мөхитте бәләкәстәр уйын формаһында ошо ҡушымта аша өйрәнә аласаҡ. Шулай уҡ ҡушымта аша башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинселеге лә бар.
IQБалаБаш сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәтелгән уйынсыҡтар менән байытылған.
Мобиль ҡушымта эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Ҡаҙағстан республикаһынан Топеев Алмас менән берлектә эшләнә. Ул иң беренсе ҡаҙаҡ телендә "IQ Bala" уйынын сығара.
Читайте нас: