Все новости
Новости
5 Ноября 2019, 17:02

Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны уҙғарыла

6-9 ноябрҙә ВДНХ-Экспо майҙансығында Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны-2019 уҙғарыла. Сарала мәғарифтың заманса системаһының төп йүнәлештәре, яңы технологиялар һәм уҡытыу саралары, кадрҙарҙы яңынан әҙерләү системаһы тураһында мәғлүмәт, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре менән таныштыраcаҡтар.

6-9 ноябрҙә ВДНХ-Экспо майҙансығында Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны-2019 уҙғарыла.

Сарала мәғарифтың заманса системаһының төп йүнәлештәре, яңы технологиялар һәм уҡытыу саралары, кадрҙарҙы яңынан әҙерләү системаһы тураһында мәғлүмәт, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре менән таныштыраcаҡтар. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, семинарҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар, интератив майҙансыҡтар һәм башҡа саралар күҙаллана.

Салон мәғариф системаһында ҡатнашыусылар — белгестәр, уҡыусылар, бизнес һәм дәүләт идара итеү органдары вәкилдәре араһында үҙ-ара эш итеү өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк.
Читайте нас: