Новости
5 Ноября 2019, 11:33

Башҡортостанда яңы байрам барлыҡҡа килә!

Республикала Милли кейем көнө булдырыла. Әлегә тейешле документтар әҙерләнә. Был турала 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы кисәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров иғлан итте.

Фото предоставил Дом дружбы народов РБФото предоставил Дом дружбы народов РБ
Фото предоставил Дом дружбы народов РБ
Республикала Милли кейем көнө булдырыла. Әлегә тейешле документтар әҙерләнә. Был турала 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы кисәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров иғлан итте.
Байрамды йылдың ике көнөндә – апрелдең 3-сө һәм сентябрҙең 2-се йомаһында билдәләү күҙаллана.
“Башҡортостан Республикаһында 160-тан ашыу милләт вәкиле көн күрә. Уларҙың һәр ҡайһыһының тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар. Милли кейем көнө халыҡтарға тағы бер тапҡыр ата-бабаларының тарихына, мәҙәниәтенә иғтибар итергә, кире ҡаҡҡыһыҙ әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткерергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип билдәләне Назаров.
Читайте нас