Все новости
Новости
31 Октября 2019, 20:08

Учалыла “Диктор тауышы” тип аталған мәртәбәле бәйгенең еңеүселәре билдәләнде

Учалыла Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" ижади бәйгеһенең йомғаҡлау тантанаһы үтте. 26 уҡыусы көс һынашты. Сығыш яһау өсөн регламент – 5 минут. Бәйгеселәргә сәхнәлә яңылыҡ еткереү, реклама еткереү, нәфис әҫәр һөйләү һәләтен күрһәтергә кәрәк ине.

Учалыла Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" ижади бәйгеһенең йомғаҡлау тантанаһы үтте. 26 уҡыусы көс һынашты. Жюри ағзалары – райондың мәғариф бүлеге етәксеһенең туған телдәр буйынса урынбаҫары Зилә Шәрәфетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғарин, Әхәт Мортазиндың ағаһы Радик Мортазин, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре Гүзәл Ситдиҡова, Учалы телевидениеһы хәбәрсеһе Әнисә Ғиләжева – һәләтле балаларҙың сығыштарын баһаланы.
Тарихта беренсе тапҡыр үткәрелгән “Диктор тауышы” мәртәбәле бәйгеһе тамам. Сығыш яһау өсөн регламент – 5 минут. Бәйгеселәргә сәхнәлә яңылыҡ еткереү, реклама еткереү, нәфис әҫәр һөйләү һәләтен күрһәтергә кәрәк ине. 1-се урынды Сәриә Йәшелбаева менән Ислам Исхаков, 2-се урынды Зөлхизә Аманова менән Алһыу Камалова алды. Гран-прины Учалы районы Миндәк ҡасабаһы уҡыусыһы Дим Баймырҙин яуланы. “Юлдаш”тың махсус призына иһә Ислам Камалетдинов тигән егет лайыҡ булды.
Дим Баймырҙин: “Еңеү булыр тип көткәйнем, әммә сәхнәлә әҙерәк яңылышҡас, Гран-при алыуыма өмөтөм һүрелгәйне”, – тип борсолоуҙары менән бүлеште. Шуға ҡарамаҫтан, жюри ағзалары уны бер һүҙҙән Гран-приға лайыҡ тип һананы, сөнки уның һөйләүе, дикцияһы, үҙен экран артында тотоуы, ғөмүмән, барыһы ла диктор талаптарына тап килә. Унан киләсәктә бынамын тигән журналист йә диктор сығыуына шик юҡ.
Учалылар Әхәт Мортазин һайлаған һөнәрҙе юғалттырмай, уның ижади мираҫын дауам иттерә һәм журналистика мәктәбен үҫтерә.
Читайте нас: