Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, культура һәм мәҙәниәт үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Республика исеменән автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыусылар – Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Торатау конгресс-холы».
Документҡа ярашлы, үҙәккә ойошманың уставын әҙерләп, раҫлауға тапшырыу һәм уны Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында теркәүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
Октябрь башында Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО-ның 15-се конференцияһында тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙғайны.
Артабан эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү һәм туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн «Торатау» геопаркының инфраструктураһын үҫтереү бурысы тора.