22-25 октябрҙә үткән сарала Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалаларынан, Татарстан, Алтай, Саха-Яҡут, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Сыуашстан республикаларынан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан ғалимдар ҡатнашты. Фекер алышыу “Тел ғилемендә компьютер лингвистикаһы һәм интеллектуаль технологиялар”, “Хәҙерге әҙәбиәт, фольклористика мәсьәләләре һәм әҙәби тәржемә”, “Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәҙерге фәнни тикшеренеүҙәр”, “Күп мәҙәниәтле киңлектә фольклор һәм этнография”, “Тел тарихы һәм халыҡ хәтере” секцияларында, «Мәғариф системаһында Рәсәйҙең аҫаба халыҡтары телдәре» темаһына үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә, “Глобалләшеү шарттарында Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәре” темаһын тикшереүгә арналған симпозиумда барҙы.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарылған конференцияның ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, Рәсәй фәндәр академияһы, РФА Тарих һәм филология фәндәре бүлеге, РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, «Арҡаҙаш» фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды, РФА ӨФТҮ Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.