Все новости
Новости
25 Октября 2019, 16:41

Балан бәлеше

Тәмле лә, файҙалы ла балан бәлеше бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек! Ҡамыр өсөн 0,5 литр һөт, 150 гр. аҡ май, 1 дана йомортҡа, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы сода, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк. Әҙер балан – 500—550 гр.

Тәмле лә, файҙалы ла балан бәлеше бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек! Бисмилла әйтеп, эшкә тотонайыҡ.
Ҡамыр өсөн 0,5 литр һөт, 150 гр. аҡ май, 1 дана йомортҡа, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы сода, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк. Әҙер балан – 500—550 гр.
Баланды, сүптәрен айырып, һәйбәтләп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушып, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Һыуынғас, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манный ярмаһы һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн).
Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫығыҙ.Ҡамырҙы икегә бүлергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап йәйегеҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәйемде ҡаплағыҙ һәм, аҫтағы ҡамыр менән берләштереп, ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырҙы уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С эҫелектә духовкала 30-40 минут бешерергә. Бешкәс, өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөгөҙ.
Читайте нас в