Все новости
Новости
22 Октября 2019, 18:36

Йөҙ ауырыуға дауа

Әсе еле, ҡарлы ямғыры менән көҙ миҙгеле етте. Йыш тымау тейеп йонсоған мәлдә витаминлы ҡатнашма иммунитет өсөн ифрат файҙалы.

Әсе еле, ҡарлы ямғыры менән көҙ миҙгеле етте. Йыш тымау тейеп йонсоған мәлдә витаминлы ҡатнашма иммунитет өсөн ифрат файҙалы.
Был сихәтле тәмлекәстең файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ. Күрәгә – калий сығанағы, ҡара емеш эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала, йөҙөм баш мейеһен туйындыра, сәтләүек – май сығанағы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлай. Бал менән лимон файҙаһы тураһында әйтеп тә тораһы юҡ.
Шулай итеп, беҙгә 300 гр әстерхан сәтләүеге, 300 гр күрәгә, 300 гр инжир, 300 гр ҡара емеш, 300 гр йөҙөм, 1 стакан бал, 1-2 лимон кәрәк буласаҡ. Кипкән еләк-емеште һәм лимонды йыуырға һәм ит тартҡыс аша үткәрергә, бал ҡушып, быяла банкаға һалырға. Ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлайҙар.
Көнөнә 2-3 тапҡыр 1 сәй ҡалағы ҡабып ҡуйырға кәрәк. Әлеге ҡатнашманы даими ҡулланырға була. Бөткәс, 1-2 ай тәнәфес яһап, тағы дауам итергә мөмкин.
Читайте нас: