Все новости
Новости
18 Октября 2019, 12:24

Йома сәйенә бауырһаҡ

Баҫмабыҙҙың дуҫы, билдәле сәсәниә Фәүзиә апай Ҡотлогилдина бауырһаҡ бешереү серҙәре менән бүлешә. Бауырһаҡ бешереү өсөн 5 йомортҡа, 2 стакан самаһы юғары сортлы он, 1 литр көнбағыш майы кәрәк.

Баҫмабыҙҙың дуҫы, билдәле сәсәниә Фәүзиә апай Ҡотлогилдина бауырһаҡ бешереү серҙәре менән бүлешә.
"Бауырһаҡ бешереү өсөн 5 йомортҡа, 2 стакан самаһы юғары сортлы он, 1 литр көнбағыш майы кәрәк. Көнбағыш майына иретелгән ҡаҙ майы ҡушылһа, бигерәк тә һәйбәт. Һауытҡа һытылған йомортҡаларҙы миксер менән йәиһә былай ныҡлы бутайбыҙ, күпереп киткәнсе. Шунан он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Бармаҡтан нәҙегерәк итеп оҙон итеп әүәләгәс, 3 см тирәһе оҙонлоҡта киҫәктәргә бүләбеҙ.
Был ваҡытта киң һауытта, мәҫәлән, эмаль табаҡта, май йылытабыҙ. Май ҡайнап сыҡмаҫ элек киҫелгән ҡамыр киҫәктәрен төшөрәбеҙ. Улар яйлап ҡабарып өҫкә килеп сыҡҡас, тигеҙ бешһендәр өсөн болғатып торабыҙ. Апаруҡ шулай бешергәндән һуң, бауырһаҡтың тышы ҡатынҡы икәне һиҙелә башлағас, бер бауырһаҡты ғына алып тикшереп ҡарайбыҙ. Ул шиңмәһә, бешеп өлгөргән була. Бешкәс, май һеңмәһен өсөн ут һүнмәгән саҡта бауырһаҡты төшөрөп алырға кәрәк.
Бауырһаҡты табынға ғәҙәттә табынға балда йәиһә шәкәрҙә бер-береһенә йәбештерелеп, күбә формаһында өйөп бирәләр.Мин шәкәрҙә йәбештереүҙе нығыраҡ оҡшатам. Оло ғына табаның йәиһә әлеге табаҡтың төбөнә шәкәр һалабыҙ, 1 йә 2 стакан, бауырһаҡтың күләменә ҡарап. Унан шул шәкәр еүешләнерлек кенә һыу ҡушабыҙ ҙа, күпереп сыҡҡансы газ өҫтөндә ҡайнатабыҙ, болғап та торорға кәрәк. Күпереп ҡайнап торған сиропта бауырһаҡты бутайбыҙ ҙа һауытҡа һалып күбәләп ҡуябыҙ. Һыуынғас, бер-береһенә йәбешеп ҡаталар. Бер нисә һауытта эре генә бауырһаҡтар әҙер ҙә булды!"
Читайте нас в