Все новости
Новости
18 Октября 2019, 12:18

Ғәли Ибраһимов, Изгелекле һәм Европа урамдары буласаҡ

Өфөлә ҡала Советының 46-сы ултырышында депутаттар баш ҡаланың Совет, Калинин, Октябрь һәм Киров райондарында 12 яңы урамға исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Өфөнөң Совет районында яңы урамдарҙың береһе башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме менән атала.

Өфөлә ҡала Советының 46-сы ултырышында депутаттар баш ҡаланың Совет, Калинин, Октябрь һәм Киров райондарында 12 яңы урамға исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Әйтәйек, Өфөнөң Совет районында яңы урамдарҙың береһе башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың исеме менән атала. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тула.
Октябрь районының Нуғай ауылында бер юлы 9 урамға исем бирелә. Унда Изгелекле, Европа, Славян, Һырғанаҡ, Почетлы, Умарталыҡ һәм башҡа урамдар барлыҡҡа килә.
Киров районында Кузнецов затоны биҫтәһендәге урам Симферополь тип атала. Калинин районының Максимовка биҫтәһендә Йондоҙло ямғыр тигән урам була.
Читайте нас: