Все новости
Новости
18 Октября 2019, 11:04

БР Милли музейында «Мостай Кәрим ижады йәштәр күҙлегенән» тигән темаға Әҙәби ҡунаҡхана үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Мостай Кәрим ижадына бағышланған сираттағы Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы уҙғарылды. Ул «Мостай Кәрим ижады йәштәр күҙлегенән» тигән темаға барҙы.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында сираттағы Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы уҙғарылды. Ул «Мостай Кәрим ижады йәштәр күҙлегенән» тигән темаға барҙы. Сарала Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Әҙәби ҡунаҡханаға Башҡорт дәүләт университетында уҡып сыҡҡан һәм уҡыу осоронда Мостай Кәрим исемендәге Фонд грантына лайыҡ булыусылар: «Ватандаш» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Динара Кәримова; Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты, Баймаҡ районы Хакимиәтенең йәштәр бүлеге комитеты директоры Заһит Ғүмәров; Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты аспиранты Гөлдәниә Һағынбаева саҡырылды.
Әҙәби ҡунаҡхананы тәбрикләү телмәре менән БР Милли музейының генераль директоры урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин асып ебәрҙе. М. Кәрим исемендәге Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Асҡар Мостай Кәрим шиғырын яттан һөйләп сығыш яһаны. БР Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов Мостай Кәримдең яратып тыңлаған башҡорт хылыҡ көйө «Бейеш»те ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.
Саҡырылған ҡунаҡтар уҡыусыларға үҙҙәренең Мостай Кәрим ижадын өйрәнгәндәге фәнни эҙләнеүҙәре тураһында һөйләне, ҡайһы бер әҫәрҙәренә ҡыҫҡаса анализ биреп үтте. Әҙәби ҡунаҡхана йылы, дуҫтарса әңгәмә форматында барҙы.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәғлүмәте буйынса
Читайте нас: