Все новости
Новости
18 Октября 2019, 12:22

4 миллиард һумлыҡ яңы күпер асылды

Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора. Эштәр бында өс йыл буйына барҙы. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һумға баһалана, аҡсаны республика бюджеты бүлде.

Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора. Эштәр бында өс йыл буйына барҙы. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һумға баһалана, аҡсаны республика бюджеты бүлде. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.
Рәсми тантана онлайн режимда уҙҙы, трансляция бөгөн юл эшселәренең һөнәри байрамына һәм республика юл тармағының 95 йыллығына арналған тантаналы саралар барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына алып барылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл эшселәрен һәм күпер төҙөүселәрҙе ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. «Хәрәкәтте асырға, хәйерле юл», — тине республика етәксеһе.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин республика етәксеһенә һәм хөкүмәтенә ошо мөһим объект өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был – төньяҡ-көнсығыштың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур төбәк проекттарының береһе. Төҙөлөш тамамланғас, Башҡортостандың ошо төбәгенең республиканың үҙәк райондары менән тоташыу, М5 һәм М7 федераль трассаларына, «Яңауыл» тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге була.
Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды.
Читайте нас: