Все новости
Новости
17 Октября 2019, 17:47

Ерәнбикә ҡорбаны

Ҡырағай тәбиғәт тормошон һүрәтләүсе конкурста (ул йыл һайын уҙғарыла) тап ошо фото иң шәбе тип табылған.

Ҡырағай тәбиғәт тормошон һүрәтләүсе конкурста (ул йыл һайын уҙғарыла) тап ошо фото иң шәбе тип табылған.
Ҡытай фотографы Юнцин Бао Тибет төлкөһөнөң байбаҡҡа һөжүм итеүен төшөрөп алған. Ҡышҡы йоҡонан уянып ер өҫтөнә сыҡҡан байбаҡты төлкө тәүҙә күрмәмешкә һалыша. Әммә күҙ асып йомған арала бахыр йәнлеккә ташлана – һүрәттә тап ошо мәл тотоп алынған. Ҡыҙғанысҡа күрә, кескәй дала кейеге Ерәнбикәнең ҡорбанына әүерелә. Ни эшләмәк – ҡырағай тәбиғәттең үҙ ҡанундары.
Читайте нас: