«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған конкурсҡа йомғаҡ 17 октябрҙә БЮТ каналының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйгелә барыһы 48 ауыл ҡатнашырға теләк белдергәйне. Һынау 3 этаптан торҙо, 2-се этаптан һуң иң яҡшы 10 ауыл интерактив тауыш йыйыуҙа ярышты, 3-сө этапта иһә иң-иңдәр һайлап алынды.
Беренселекте Учалы районының Наурыҙ ауылы алһа, 2-се урында – Ишембай районының Макар ауылы, 3-сө урын иһә Шаран районының Дүртөйлө ауылына юлланды.
Еңеүселәр 1 миллион һумлыҡ грантты бүлешәсәк: 1-се урынға – 500 мең һум, 2-сегә – 300 мең һум, 3-сө урынға — 200 мең һум.