Все новости
Новости
14 Октября 2019, 14:05

Республикала социаль турҙарға хаҡы 11 миллион һумдан ашыуыраҡ 1500 квота бүленгән

2019 йылда Башҡортостанда социаль турҙарға 11 миллион 137 мең һум бүленгән. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең ялы өсөн 1,5 миллион һум ҡаралған. 2019 йылға туристик юлламалар буйынса бөтәһе 1500 квота билдәләнгән. Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап социаль турҙар маршруттарына 1200 һәм 300 квота бүленгән.

2019 йылда Башҡортостанда социаль турҙарға 11 миллион 137 мең һум бүленгән.
Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең ялы өсөн 1,5 миллион һум ҡаралған. 2019 йылға туристик юлламалар буйынса бөтәһе 1500 квота билдәләнгән.
Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап социаль турҙар маршруттарына 1200 һәм 300 квота бүленгән.
Пенсионерҙарға социаль турҙың хаҡы һигеҙ мең һум була, сәфәр өсөн Башҡортостан бюджетынан түләнә. Инвалид балалар, коляскалағы инвалидтар, күреү буйынса I төркөм инвалидтары һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн 138 туристик юллама ҡаралған. Юлламаның минималь хаҡы 12 мең һәм тәшкил итә.
Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 100% финансланған туристик юлламаның хаҡы – 7500 һум. Турҙар көҙгө каникулда ойошторола.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты социаль турҙар маршруттары буйынса туристик ойошмаларҙан тәҡдимдәр ҡабул итеү тураһында белдерҙе. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙа мәғлүмәттәре Туроператорҙарҙың берҙәм федераль реестрына индерелгән туристик ойошмаларҙың ҡатнашыу хоҡуғы бар.
Тәҡдимдәрҙе ҡабул итеү ваҡыты – 2019 йылдың 14 октябренән 22-һенә тиклем.
2018 йылда 800-ләгән кеше социаль юллама алған, уларҙы һатып алыу өсөн 7,8 миллион һум бүленгән. Пенсионерҙар һәм башҡа социаль төркөмдәр өсөн 111 маршрут тәҡдим ителгән (Башҡортостан буйлап – 85, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә – 26). Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн Өфө һәм республика буйлап 22 маршрут, шулай уҡ Краснодар крайына, Һамарға, Ижевскиға һәм Екатеринбургка экскурсия программалары тәҡдим ителгән.
Читайте нас: