Бүләкләнеүселәр исемлегендә журналыбыҙҙың даими авторы, билдәле телсе-ғалим, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин да бар. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте, ғилми эшмәкәрлеге Салауат Юлаев орденына лайыҡлы тип табылды. “Ҡарағай” шифаханаһы директоры Фәрит Каев та ошо мәртәбәле исемде алып ҡыуанды. Өфө дәүләт авиация техник университеты кафедраһы мөдире Владимир Жернаковҡа “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырылды.
Мәртәбәле исемлектә тағы ла йырсы, композитор Наил Шәймәрҙәнов менән популяр йырсы Айгөл Һағынбаева ла бар. Беренсеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы, икенсеһе иһә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.