Все новости
Новости
9 Октября 2019, 19:04

11 – 12 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла

11 – 12 октябрҙә Өфөлә байрамға арналған ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Уларҙа хаҡтар ғәҙәттәгенән байтаҡҡа арзаныраҡ буласаҡ.

11 – 12 октябрҙә Өфөлә байрамға арналған ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Уларҙа хаҡтар ғәҙәттәгенән байтаҡҡа арзаныраҡ буласаҡ.
Сауҙа һигеҙ майҙансыҡта ойошторола:
– Хәҡиҡәт урамындағы юлда Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклем;
– Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә;
– Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә;
– Эшсе хәбәрселәр урамында 3, 5, 7-се йорттар ҡаршыһындағы майҙансыҡта;
– Әхмәтов урамында “Тулҡын” скверы алдындағы майҙансыҡта;
– Спорт һарайы алдындағы майҙансыҡта;
– Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
– Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
Йәрминкәләрҙә, ауыл хужалығы продукцияһынан тыш, халыҡ кәсептәре тауарҙары – ағастан яһалған әйберҙәр, сувенирҙар, шифалы үләндәр, аҙыҡ-түлек һатыласаҡ.
11 октябрҙә ете майҙансыҡта шулай уҡ күңел асыу саралары ойоштороласаҡ. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем барасаҡ.
Читайте нас: