Все новости
Новости
8 Октября 2019, 19:08

«Шиғри трамвай» юлға сыға

«Шиғри трамвай» 10 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Пушкин урамындағы депонан юлға сыға, «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем бара һәм кире әйләнеп ҡайта.

Быйыл сәнғәт фестивале Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған.
Акцияны ойоштороусы Илья Боровский һүҙҙәренсә, күсмә сәхнәлә Өфө шағирҙары һәм музыканттары: Илья Тавлияров (Via Chappa), Вероника Мортазина, «Бахталэ Рома» сиғандар ансамбле, Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай. Тамашасылар – ғәҙәти булмаған вагон пассажирҙары. Трамвай 10 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Пушкин урамындағы депонан юлға сыға, «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем бара һәм кире әйләнеп ҡайта.
Читайте нас: