Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә «Алһыу таҫма» акцияһы барышында республика онкология диспансерында ҡабул итеүҙәр ойошторола.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, маммологка урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй, Күмертау, Сибай, Белорет, Бөрө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә һәм Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙылырға мөмкин.
Өфөләр 32-се, 48-се, 43-сө, 13-сө, 50-се ҡала поликлиникалары ҡарамағындағы Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәренә лә мөрәжәғәт итә ала.