Республика халҡы Башҡортостандың 100 йыллығын матур, изге эштәр менән билдәләүен дауам итә. Рәсәйҙең федерация ҡоролошона нигеҙ һалған республика тарихы бай һәм бик ҡатмарлы. Юбилей көндәрендә һәр төйәк, район, ауыл үҙ тарихына күҙ һалды, төрлө сығанаҡтарҙан байтаҡ мәғлүмәттәр тапты, күренекле шәхестәрен иҫкә алды.
Быйыл 7 апрель көнө йәмәғәтселек халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе, 1930 — 1937 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе булып эшләгән Зиннәтулла Булашевтың 125 йыллығын билдәләне. Зиннәтулла Булашев Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Республикала төп индустриаль объекттарҙың төҙөлә башлауы ла тап уның эшмәкәрлегенә бәйле. Ябай халыҡтың, республикабыҙҙың именлеге өсөн эшләгән халҡыбыҙҙың данлы улы 1935-се йылда Ленин ордены менән наградланһа, 1938 йылдың 10 июлендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы суды тарафынан иң юғары язаға — атып үлтереүгә хөкөм ителә.
Уның ғаилә ағзалары ла репрессиялана. Ҡатыны — Мөкәрәмә Төхвәтшә ҡыҙы (ВКП(б))-ның Өфө ҡала комитеты инструкторы), халыҡ дошманы ғаиләһе ағзаһы булараҡ, Караганда лагерҙәрендә һигеҙ йыл ултыра. 1978 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Уларҙың бәлиғ булмаған балаларын, улын һәм ҡыҙын, Елабуға мәктәп балалар йортона ебәрәләр.
Ғүмере фажиғәле өҙөлгән шәхесте өлкәндәр генә түгел, киләсәк быуын да белһен, ихтирам менән иҫкә алһын тигән изге ниәт менән июль айында Иглин районы Иҫке Ҡарашиҙе ауылында Зиннәтулла Булашевҡа таҡтаташ асылғайны. Был тантанаға башҡала ҡунаҡтары, яҡташтар, ғалимдар, ауылдаштар йыйылып бик матур байрам ойошторолдо. Ошо көндәрҙә Өфө районы Яңы Ҡарашиҙе ауылы гөрләп торҙо. Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашевтың хөрмәтенә бында яңы урамға уның исеме бирелгән. Мәктәп музейында данлы яҡташтары тураһында мәғлүмәт тупланған. Бөгөн инде ауыл халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты — Зиннәтулла Ғиззәтулла улы хөрмәтенә стела асылды.
Ошо эште башҡарып сыҡҡан ауыл биләмәһе етәксеһе Рәмзиә Ғәлихан ҡыҙы Гәрәйеваға, Ҡарашиҙе ауыл старостаһы Мәссәр Ғәлимйән улы Ғәлимовҡа, ауылдаштарына, олуғ академигыбыҙ, Зиннәтулла Ғиззәт улының яҡын туғаны
Фәнил Сәйет улы Фәйзуллинға оло рәхмәтен белдерҙе ауыл халҡы. Әлбиттә, Өфө район хакимиәте был эштәрҙе башҡарып сығыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Район Советы рәйесе Владимир Аристархов тантанала ҡатнашҡан халыҡты был матур сара менән ҡотлап, етәкселектең һәр ваҡыт ошондай башланғыстарҙы күтәреп алыуын һәм ярҙам ҡулы һуҙыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, илем, халҡым, башҡортом тип янып йәшәгән, эшләгән золом ҡорбаны Зиннәтулла Булашев рухына тоғро ҡалырға саҡырҙы.